Гәзит уҡыусыбыҙҙың был һорауына дини китаптарға, дини остаздарыбыҙҙың һүҙҙәренә нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.
Иң беренсе шуны әйтергә кәрәк: мосолман тормошонда шик-шөбһәгә, шомланыуға урын юҡ. Һәр ғәмәл ысын күңелдән, ҙур ихласлыҡ менән башҡарылырға тейеш. Ә ултыртырға ярамаған ағас юҡ ул. Әгәр зәңгәр шыршы, шулай уҡ башҡалар тап беҙҙең климатта үҫеү өсөн яраҡлаштырылған икән, уларҙы һаҡларға, үрсетергә кәрәк. Һәр береһенең хикмәте, төрлө ауырыуҙарға дауаһы барлығын да онотмайыҡ. Әгәр инде был эштә шомланыуға, “быныһын ултыртырға ярамай” тигән теләһә ниндәй, динебеҙ өсөн бөтөнләй ят ырым-шырымға урын бирелһә, үҫенте рәтләп тамыр йәйә алмаҫ.
“Бөтөн нәмәне әҙәм балаһына файҙа булһын тип яралттым” тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тәбиғәттә артыҡ, кәрәкмәгән бер ни ҙә юҡ. Тимәк, ағас ултыртыу, уларҙы һаҡлау, исраф итмәү – Исламдың бөйөк тәғлимәте. “Әгәр ҙә кемдер иген икһә йәки ағас ултыртһа, уларҙың емешенән йәки күләгәһенән башҡалар файҙаланһа, был эште башҡарған әҙәм балаһына ҙур сауап насип булыр” – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Батша ғәскәре менән ҡырҙа сәйәхәт итеп йөрөй, ти. Бер урында уларға бик өлкән йәштәге бабай осрай. Аҡһаҡал хөрмә ултыртырға тырышып йөрөй икән. Батша уға ҡарап тора-тора ла: “Был ағас бит бер нисә йылдан һуң ғына емеш бирәсәк. Уларҙы ашай алмаҫһың инде...” – ти. “Хөрмәтле батша йәнәптәре, – тип мөрәжәғәт итә аҡһаҡал. – Беҙ ҡартатайҙарыбыҙ ултыртҡан ағастарҙың емешен ашап үҫтек. Минекен дә ейәндәрем, бүләләрем ейер”.
Яуап батшаның күңеленә хуш килә һәм ул ярандарының береһенә бабайға алтын аҡса бирергә бойора. Аҡһаҡал усындағы бүләккә, бер хөрмәгә ҡарап, уйланып тора ла: “Батша йәнәптәре, – ти, – ағастың файҙаһын күрә алмаҫһың, тигәйнегеҙ. Бына бит, ултыртып та өлгөрҙөм, емешен дә бирҙе!” Батша был һүҙҙәрҙән күңеленә йәнә рәхәтлек алып, бабайға икенсе алтын аҡса бирҙертә. “Ғәжәп хөрмә булды бит был, – тип йылмая аҡһаҡал. – Ағас йылына бер мәртәбә емеше менән ҡыуандырыр ине, ә был шунда уҡ икене бирҙе!”
Эйе, әҙәм балаһы ағасты үҙе генә түгел, киләһе быуын өсөн дә ултыртырға бурыслы. Тәбиғәтте яҡлайбыҙ икән, был юлды балаларыбыҙ ҙа дауам итер.